Бөрйән районы Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе Әбделмәмбәт ауылы һайлаусылары иғтибарына!

Хөрмәтле һайлаусылар! 2022 йылдың 12 ғинуар 30/2-5 – се һанлы Бөрйән районы муниципаль район территориаль һайлау комиссияһы ҡарары нигеҙендә, Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһе ауыл Советының өсөнсө һанлы Салауат бер мандатлы һайлау округына һәм бишенсе һанлы Үҙән бер мандатлы һайлау округына 28-се саҡырылыш депутаттарын өҫтәмә һайлау өсөн тауыш биреү 2022 йылдың 3 апрелендә үтәсәк.
Был өҫтәлмә һайлауҙарға әҙерлек һәм депутатлыҡҡа кандидаттарҙың документтарын ҡабул итеү эштәрен территориаль һайлау комиссияһы Иҫке Собханғол ауылының Ленин урамындағы 61- се йорттоң 28-се бүлмәһендә башҡарыла (телефон 83475535218)

Запись опубликована в рубрике Главная. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.