Бөгөн Әбделмәмбәт мәҙәниәт йортонда йыйылышта, район хаҡимиәте башлығы Ғәзиз Минниәхмәт улы Манапов Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы #ППМИ2022 тураһында халыҡҡа тулы мәғлүмәт еткерҙе.
Хәнифә Кәбир ҡыҙы үткән йыл ни өсөн үтә алмауҙың сәбәптәрен әйтеп үтте. Төп сәбәбе — халыҡтың йыйылыштарҙа һүлпән ҡатнашыу, әҙ балл биргән.
Быйыл конкурсты үтәбеҙ тиһәк әүҙемерәк булырға, йыйылыштарға йөрөргә кәрәк. Бар халыҡтын яртыһынан күбен йыя алһаҡ, ул 100 балл бирәсәк.
Шуға барығыҙҙы ла ихлас ҡатнашырға саҡырам!
Был программа буйынса ауылдарҙа төрлө социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе һәм инфраструктура проблемаларын хәл итергә була!
Килгән халыҡ район хаҡимиәте башлығына һорауҙарыр биреп — яуап алды һәм бер тауыштан булып ҡатнышырға тип теләк белдереп ниндәй проект менән сығырға теләүҙәрен әйтеп үтте.