Проект һайланды!!!

24 декабрь көнө Әбделмәмбәт мәҙәниәт йортонда Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһының #ППМИ2022 дөйөм йыйылышы үтеп китте.
Йыйылыш ике быуа үтте, халыҡ әүҙем генә ҡатнашып үҙҙәренең тәҡдимдәрен индерҙе.
Урамдарға ремонт, мәҙәниәт йорто алдын рәтләү, урамдарҙы яҡтыртыу, балалар баҡсаһына ремонт эшләү кеүек проектар тәҡдим ителде.
Халыҡ балаларҙың һаулығын уйлап бер тауыштан булып Әбделмәмбәт балалар баҡсаһына ремонт үткәреү проектын һайлап алды.
Ысынлапта, балалар баҡсаһы был ремонтҡа мохтаж: ҡыйыҡтан һыу тама түбә — стеналар буйлап, иҙәндәр һыуыҡ, стандарттарға ярышлы мебелдәр юҡ.
Конкурсты үтеп был проблеманы ла хәл итербеҙ тип ышанабыҙ!

#Кипчакскийсельсовет
#Абдулмамбетово
#ППМИ2022

jU2l9QjMc9s rC4WeH3GOlk

Запись опубликована в рубрике Главная. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован.